Республикала яҙғы баҫыу эштәре дауам итә

Туймазы районы ауыл эшсәндәре ярауай культура сәсеүҙең 30 процентын теүәлләгән. Бөгөн «Уңыш» крәҫтиән хужалығы төбәктә сәсеү темптары буйынса алдынғы урынды биләй. Ауыл эшсәндәре баҫыу эштәренә яңы һәм төҙөк техника менән сыҡҡан. Хужалыҡ автопаркында ике тиҫтәләп техника иҫәпләнә. 

Орлоҡ менән тәьмин итеүҙә лә тотҡарлыҡтар юҡ. Минераль ашлама ла ваҡытында тупланған. Былтыр аграрийҙар  тиҫтәләрсә йыл буш ятҡан 600 гектар майҙанды эшкәртеүгә ирешкән. Хужалыҡ республика предприятиеларына һатыуға һәм бураларға ла  етәрлек күләмдә иген  оҙатҡан. 

Туймазы районы хужалыҡтары яҙғы сәсеү кампанияһына ныҡлап апрель урталарында тотонған. Бөгөн ужым культураһын 240 гектар майҙанда ҡабаттан сәсеү күҙаллана. Үҙгәреүсән һауа торошона ҡарамаҫтан, механизаторҙар баҫыу эштәрен 20 майға тиклем тамамларға ниәтләй.

Фото №1 - Республикала  яҙғы баҫыу эштәре дауам итә

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ