Ветеранға шәхсән парад. Рәсәй гвардияһы класында уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветеран Ибраһим Шакировты ҡотланы. Йәштәр ветеран хөрмәтенә уның йорто алдында хәрби йырҙар менән сығыш яһаны, шиғырҙар уҡып тантаналы марш менән үтте.
97 йәшлек Ибраһим Шакиров Рәсәй гвардияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе буйынса һуғышта ҡатнашып иҫән ҡалған берҙән-бер ветераны. Республикала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы шәхсән ҡотлау матур йола булып тора.
Еңеү яҙын яҡынайтып аяҙ күк йөҙө өсөн көрәшеүсе олатай-өләсәйҙәргә төбәктең бөтә район-ҡалаларында ҡотлауҙар һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерелә.
Флорида Ким







