Уртаҡ көс менән. Күгәрсен районы Сәлих ауылында Еңеү паркы асылды. Ял майҙансығы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә ауылдаштар көсө менән төҙөлгән. Яңы парктың Еңеү байрамы алдынан асылыуы осраҡлы түгел.
Биләмәлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветерандар хөрмәтенә таҡтаташ та асылды. Балалар һәм өлкәндәр өсөн ял майҙансыҡтары менән йыһазландырылған парк әленән үк ауыл халҡын берләштереп торған изге урынға әйләнгән.
Флорида Ким




