Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автобустар байрам салюттарынан һуң төнгө 1-се яртыға тиклем пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк.
Мәғлүм булыуынса, Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы уңайынан байрам салюттары баш ҡалала «Торатау» конгрес-холы амфитеарында төнгө сәғәт 10-да, Ленин исемендәге майҙанда 11-ҙә бирелә. Мэриянан белдереүҙәренсә, яҡынса төнгө 11-се яртынан 12-гә тиклемге арауыҡта Ҡала советы туҡталышы янында йәмәғәт транспорты һаны арттырыла.
Шулай уҡ «Торатау» Конгресс-холы янында ла өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтарын күмәк кеше һыйҙырышлы 40 автобус көтәсәк.







