«Спутник ФМ менән баҡса ултырт!» конкурсына йомғаҡ яһалды

«Спутник ФМ менән баҡса ултырт!» конкурсына йомғаҡ яһалды Радиоканал тарафынан тәүге тапҡыр ойошторолған бәйгелә беренсе урынды Өфө районы Николаевка ауылында йәшәүсе Рәфиҙә Әрҙәширова яуланы. Халыҡ-ара Радио көнөндә журналистар төркөмө баҡса эштәре менән ярҙам итеп, ғаиләгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Көтөлмәгән ҡунаҡтар. Хаҡлы ялға сыҡҡан Рәфиҙә Әрҙәширова «Спутник ФМ» радиоһы журналистары картуф ултыртырға ярҙам итергә килгәненә ышанып та бөтмәй. Радиола иғлан ителгән конкурста «фө районында йәшәүсе ғаилә еңеүсе тип табылған.

Осраҡлы ғына конкурста еңеүсе тип табылған Рәфиҙә Әрҙәширова хаҡлы ялға сыҡҡансыға тиклем уҡытыусы булып эшләгән. Улын-ҡыҙын тәрбиләп үҫтергән ханым баҡса үҫтерергә ярата. Николаевка ауылындағы ихатаһында 55 төп ағас, йылдағыса күпләп йәшелсә-емеш ултырта.

«Спутник ФМ» радиоһы баҡса эштәренә арналған конкурсты беренсе тапҡыр иғлан итте. Акцияға ҡушылырға теләп республиканың төрлө район-ҡалаларынан тиҫтәләрсә заявка килгән.

«Спутник ФМ менән баҡса ултырт!» акцияһы матур йолаға әйләнәсәк тип көтөлә. Әүҙем, баҡса эшен яратып, Ер менән эшләүсе ауыл кешеләре иғтибарға лайыҡ. Шуға ла Радио көнөн журналистар тап тоғро тыңлаусыһының баҡсаһында үткәреп, көс-дәрт тупланы.

Фото №1 - «Спутник ФМ менән баҡса ултырт!» конкурсына йомғаҡ яһалды

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ