Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираева тамашасылары менән осрашты

 Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваның тамашасылар менән Бөйөк Еңеү көнө алдынан осрашыуы ошо исем аҫтында үтте. Театр һәм кино актрисаһы оҙаҡ йылдар күңел түрендә йөрөткән серҙәре, ауыр баласаҡ хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Сара Өфө «Нур» татар дәүләт театрында эш башлаған «Шәхес менән осрашыу» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Сәүиә Сираева проекттың тәүге ҡунағы булараҡ әңгәмәгә махсус саҡырылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яулаған актриса. Сәүиә Сираеваны тамашасылар оло хөрмәт күрһәтеп, аяғүрә баҫып алҡышланы. Театр һәм кино актрисаһын тамашасы күптән инде арабыҙҙа йәшәгән  үҙ кеше итеп ҡабул итә. Нуриман районында тыуып-үҫкән һуғыш осоро балаһының тормошо, ысынлап та, ил тарихынан айырылғыһыҙ.

Сәүиә Сираева ғаиләлә ун икенсе, кинйә бала. Һуғыш осороноң ауыр һынауҙарына сынығып үҫә. Шуға ла ошо дәүер ваҡиғаларына арналған спектаклдәрҙәге ролдәрен актриса айырыуса тулҡынланып башҡара. Осрашыуҙа тамашасылар сәхнә оҫтаһының ғаилә архивында һаҡланған фотолары, тормошо һәм ижадына бәйле хәтирәләр аша уның еңел булмаған, әммә бәхетле яҙмышын күҙ аплдынан үткәрҙе.

Йәнле әңгәмә Өфө «Нур» татар дәүләт театрының «Шәхес менән осрашыу» тигән проектына нигеҙ һалды. Сәүиә Сираева осрашыуға проекттың  тәүге ҡунағы булараҡ саҡырылғайны. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан сара «Һуғыш көйҙөргән баласаҡ» исеме аҫтында үтте.

Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған сәхнә йондоҙо әле лә ижад өҫтөндә. Үҙенең тәрән хисле образдары менән Сәүиә Сираева халыҡ һөйөүен яулауын дауам итә.

Фото №1 - Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираева тамашасылары менән осрашты

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ