Был аяуһыҙ һуғышта Башҡортостан халҡы 300 меңгә яҡын ул-ҡыҙын юғалта. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн 278 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, Тағы ла 35 кеше «Дан ордены»ның тулы кавалерҙары тип таныла.
Башҡортостан кешелек донъяһына Еңеү яҙы бүләк иткән яугирҙарҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай, ветерандар тураһында Еңеү байрамы көндәрендә генә түгел, даими рәүештә хәстәрлек күрә.
Бөгөн дә Өфөлә һәм республика район-ҡалаларында Бөйөк Еңеү байрамына арналған тантаналы саралар үтә. Йола буйынса 9 май иртәһе Өфөнөң Еңеү паркында сәскә һалыуҙан башлана. Сәғәт 10-да Октябрь проспектында Өфө гарнизонының тантаналы уҙышы үтә. Ул самолеттар һәм вертолеттар пилотаж төркөмө сығышы менән тамамлана.
Сәғәт 11-ҙә тынлыҡ минутынан һуң «Үлемһеҙ полк» акцияһы башлана. Хәтер сараһына яугир атай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотоп 150 меңләп кеше сығыр тип көтөлә.
Концерты, спорт. Еңеү көнөндә баш ҡала майҙандарында көндөҙгө сәғәт берҙән төнгө 11-гә тиклем профессиональ һәм үҙешмәкәр сәхнә оҫталары ҡатнашлығында концерт программалары уҙа. Сәғәт икелә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда көс спорты буйынса «Еңеү кубогы» Бөтә Рәсәй турниры старт ала. Сәғәт өстә Совет майҙанында генерал Шайморатовтың буласаҡ һәйкәленә бөтә республиканан йыйылған тупраҡ һалынған гильзаның һалына.
Сәғәт етелә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары Конгресс-холл амфитеатрында Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары Лев Лещенко, Николай Басков ҡатнашлығында концерт ҡарай ала. Байрам тантаналары сәғәт 10-да Конгресс-хол янында, сәғәт 11-ҙә ҡала советы алдындағы майҙанда байрам салюты менән тамамлана.







