Шишмә районында «Геройҙар аллеяһы» һәм «Еңеү урманы» ултыртылды

Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек мәҙәниәт һәм ял паркында «Геройҙар Аллеяһы» һәм «Еңеү урманы» ултыртылды. Ил президенты башланғысы менән уҙғарылған «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһында республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Сараның төп маҡсаты – 27 миллион ағас ултыртып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың хәтерен мәңгелләштереү. Төбәк етәксеһе парк биләмәһендә алып барылған төҙөлөш эштәре менән дә яҡындан танышты. Тиҙҙән «Авангард» уҡытыу-методик үҙәге сафҡа индерелеп, тәүге курсантарҙы ҡабул итәсәк. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажында.

Башҡортостан һәм Рәсәй гимндарына дәүләт флагтары күтәрелде. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек мәҙәниәт һәм ял паркында Бөйөк Еңеүгә арналған тәүге тантана бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ҡораллы көстәр ветерандарын, йәш армеецтар һәм шайморатовсыларҙы сәләмләп, биләмәлә гөрләгән төҙөкләндереү эштәренең республика өсөн мөһим булыуын белдерҙе.

Мы впервые собрались в парке «Патриот». Это наши первые шаги. Уверен, что здесь будет место, где каждый найдёт себе дело по душе – военно-патриотическое воспитание, обучение навыкам владения оружием и т.д. Здесь будет большой военно-патриотический центр.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

«Авангард» уҡытыу-методик үҙәге төҙөлөшө тамамланыу алдында. Йәйҙең тәүге көнөндә ул ике йөҙ курсантты ҡабул итәсәк. Бында йыл әйләнәһенә мәктәп уҡыусылары йыйындары һәм хәрби-патриотик йүнәлештәге сменалар ойоштороу ҡаралған.

«Хәтер баҡсаһы» Халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә «Патриот» паркында «Геройҙар аллеяһы» ла барлыҡҡа килде. Биләмәлә Бөйөк Ватан һуғышында, хәрби бәрелештәрҙә, Украиналағы махсус операция барышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән Башҡортостандың аҫыл улдары исемдәре мәңгеләштерелде. Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә шыршы үҫентеһе ултыртты.

«Геройҙар аллеяһы»н ойоштороуҙа Ҡораллы көстәр ветерандары, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дин әһелдәре, төрлө конфессия вәкилдәре тос өлөш индерҙе. Барлығы илле шыршы ултыртылды. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташ яугирҙарҙың исемен йөрөтә.

«Хәтер баҡсаһы»нда хәҙер Рәсәй геройы Рафиҡ Ихсановтың да ағасы бар. Яҡташыбыҙ Төньяҡ Кавказда законһыҙ хәрби көстәрҙе юҡ итеүҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн ул 2000 йылда ил президенты указына ярашлы юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булғайны.

«Хәтер баҡсаһы» акцияһын ойоштороу сиктәрендә республика биләмәһендә 450 мең ағас үҫентеһе ултыртыу ҡаралған. Ошо маҡсатта 110 гектар майҙан ер бүленгән. Йәшел ҡалҡанды нығытыуға йәш быуын да үҙ өлөшөн индерҙе. Шишмә районының «Патриот» паркында дүрт йөҙ йүкә ултыртылды.

Күләмле саранан көмөш ирекмәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Биләмәлә тамыр йәйәсәк ағастар – парк үҫешенә тос өлөш индерер тип көтөлә.

«Патриот» паркы экскурсиялар майҙансығы ла буласаҡ. Проект элекке хәрби часть биләмәһендә тормошҡа ашырыла. 200 гектар майҙанда Партизан ауылы, автодром, утлы зона, десантлы ҡала, Йәш армия секторы, хәрби техника музейы һәм башҡа объекттар булдырыу ҡаралған.

Төҙөлөш эштәре 2024 йыл аҙағына тамамлана. Быйыл июндән биләмәләге «Геройҙар уҙышы» трассаһында тәүге ярыштар уҙғарыла башлай. Хәрби-илһөйәрлек паркында барған төҙөлөш эштәре Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ентекле ҡаралды. Әйткәндәй, сара сиктәрендә республика хәрби-патриотик тәрбиә эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға юғары дәүләт наградалары тапшырылды.

Сара сиктәрендә биләмәлә хәрби тематикаға арналған күргәҙмә һәм интерактив майҙансыҡтар эшләне. Экспозицияларҙа заманса ҡоралдар һәм амуниция өлгөләре тәҡдим ителде. Шулай уҡ бында эҙәрмәндәр отрядтары ярҙамы менән Совет Армияһының көсө күрһәтелде. Майҙанда көн дауамында  һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны, ялан кухняһы ла ойошторолғайны.

Фото №1 - Шишмә районында «Геройҙар аллеяһы» һәм «Еңеү урманы» ултыртылды

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ