Башҡортостан юлдаш телевидениеһында яңы хәрби-патриотик тапшырыу эфирға сыға башлай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса киләһе телевизион миҙгелдән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында яңы хәрби-патриотик тапшырыу эфирға сыға башлай. Был турала «Патриот» паркы биләмәһендә үткән кәңәшмәлә билдәләнде. 

Күләмле телепроект тарихсылар, Хәрби комиссариат, «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе вәкилдәре менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ.

Фото №1 - Башҡортостан юлдаш телевидениеһында яңы хәрби-патриотик тапшырыу эфирға сыға башлай

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ