Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында «Ер хәтере» республика марафоны тамамлана

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға ҡара тупраҡ район-ҡалаларҙан йыйылды. Тотош республиканы берләштергән хәрби-патриотик марафонға байҡау менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

«Ер хәтере» республика марафонының 1 майҙа башланыуы осраҡлы түгел. 1942 йылдың тап ошо көнөндә Башҡорт атлы дивизияһы Брянск фронтының 8-се кавалерия корпусы составына алына, 1945 йылдың 1 майында Берлин операцияһындағы уңыштары өсөн 2-се дәрәжә Кутузов ордены менән бүләкләнә. Гильзаға тупраҡ туплау акцияһы «Еңеү» паркында арҙаҡлы дивизияның легендар командиры Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов менән Советтар Союзы геройы, генерал-майор Таһир Кусимовтың бюсы алдында башланды.

Яуға ир-атты бер ус тыуған тупраҡ менән оҙатҡандар. Ул һуғышта башын һалған яугирҙар менән бергә ерләнгән. Йола онотолмаған. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Өфөнөң Совет майҙанындағы һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға ла тупраҡ батырҙар төйәгенән – тотош республика буйлап йыйылды.

«Ер хәтере» исеме аҫтында үткән марафон тотош республика район-ҡалаларын иңләне. Сара айырым зоналарҙа үтте. Өфөнән һуң, эстафетаны Белорет  ҡабул итеп, артабан эстафета Мәләүез, Туймазы, Яңауыл, Бөрө ҡалаларында, Ҡыйғы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында үтте. Һәр төбәк Кесе Ватанының бер ус ҡара тупрағын һалдат каскаһында килтереп, махсус гильзаға һалды. Мемориал комплекстарҙан бер ус ҡара ер алыу хоҡуғы башлыса хәрби бәрелеш ветерандарына бирелде.

Бер ус ҡара тупраҡ шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының һуңғы төйәге Луганск өлкәһенән дә һалына. 1943 йылдың 23 февралендә Штеровка ҡасабаһы эргәһендәге алышта һәләк булған комдивтың исемен мәңгеләштереү данлыҡлы яҡташыбыҙҙың ғына түгел, тотош дивизияның ҡаһарманлығын таныу булып тора.

Ә республика марафоны, ғөмүмән, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, быуындар бәйләнеше сағылышы тип тә атарға мөмкин. Афған, Чечен һуғыштары ветерандары һәм йәш армеецтар бер сафта ата-бабалар рухына тоғро ҡалыуын күрһәтте.

Ә инде «Ер хәтере» республика марафоны бөгөн баш ҡаланың Совет майҙанында тамамлана. Акция урыны тип ул осраҡлы һайланмаған. Өфө үҙәгендә тиҙҙән генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ. Тарихи урын тип тә әйтергә кәрәк. Сөнки, тап һигеҙ тиҫтә йыл элек шайморатовсылар фронтҡа Совет майҙанынан  юлланған.

Фото №1 - Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында «Ер хәтере» республика марафоны тамамлана

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ