Идеянан скульптураға тиклем...

Башҡортостан юлдаш телеканалының ижади төркөмө 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу тарихы тураһында фильм әҙерләй.

Унда режиссерҙар һәм продюсерҙар һәйкәл ҡойоуҙың һәр этабы тураһында бәйән итә. Картинала легендар дивизияға бәйле матералдар ҙа файҙаланыла. Ижади төркөм Салауат Щербаковтың Мәскәүҙәге оҫтаханаһында булған да инде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Малҡай оҫтаханаға, әйтерһең дә, ғүмере буйы модель булып эшләгән ҡиәфәттә килеп инә. Скульпторҙың уны өйрәнеүен тыныс ҡына ҡабул итә. Мерин легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың атының прототибы. Уның ярҙамында скульптор статуяны балсыҡтан эшләнгән тәүге һынын төҙәтеп, скульптураға йән өрөргә тырыша. 

Эш бик нескә һәм ваҡ. Оҫталар деталдәргә айырыуса иғтибар бүлә. Бәләкәй генә етешһеҙлек тә бөтә композицияның гармонияһын боҙоуы ихтимал. Күп тонналыҡ һәйкәлде ҡойоу өсөн ҙур команданың берҙәм эшләүе мотлаҡ. 

Скульптура деталдәре менән генә түгел, ҙурлығы менән дә һоҡландыра. Постаменттың бейеклеге 10 метрҙан аша.  Һәйкәл алдында башҡорт халҡының данлы үткәненә арналған композиция урын аласаҡ. Унда 112-се кавдивизия һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында Парижға ингән башҡорт атлылары тарихы сағылыш табасаҡ. 

Һәйкәлдең бер яғына башҡорт халҡының милли геройҙарын күрһәткән барельеф ҡуйыла. Һәйкәл менән майҙанды традицион архитектура колоннаһы тоташтырасаҡ. Уны эшләү өсөн таш Учалы районындағы Мансур ятҡылығынан сығарылған. 

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡойоу тураһындағы фильм быйыл октябрҙә донъя күрә. «Тарихтың тыуыуы» тип исемләнгән документаль картина мемориалды әҙерләү тарихы тураһында ғына түгел, генерал Шайморатов исеменә бәйле барлыҡ ваҡиғалар хаҡында ла. Тамашасылар фильмдан ни өсөн тап Миңлеғәле Шайморатовтың халыҡ геройына әүерелеүе һәм легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһының ҡаһарманлыҡ сәбәптәре тураһында беләсәк. 

Фото №1 - Идеянан скульптураға тиклем...

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ