Беҙҙең олатайҙар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан!

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы уңайынан Дүртөйлө районы китапханаһында ойошторолған осрашыу шулай тип аталды.

 «Без башкортлар» хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиевтың Дүртөйлө районынан сыҡҡан кавалеристарҙың яңы асыҡланған исемлеген тәҡдим итеүе, Миңлеғәле Шайморатовтың тормошо һәм хәрби юлын өйрәнеп китап яҙған ветеран журналист Фәрит Вахитовтың сығышы һөр кемдә оло ҡыҙыҡһыныу уятты.

Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитеты ағзаһы, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларға журналдың кавалеристар уйынсыҡтары сыҡҡан һандарын бүләк итте. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, йәш быуын данлыҡлы  үткәнебеҙҙе белеп үҫергә тейеш, тигән уртаҡ фекергә килде.

Фото №1 - Беҙҙең олатайҙар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан!

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ