Еңеү байрамына арналған концертта Башҡортостандың өмөтлө йәштәре сығыш яһаны

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Республика йәштәр йәмәғәт палатаһы Донбасстан ваҡытлыса күсеп килеүселәргә хәйриә концерты ойошторҙо. Концерт «Элемтәсе» шифахана-профилакторий майҙанында үтте.

Рәмил Баҙамшин, Екатерина Ямщикова һәм ҙур сәхнәгә яңы аяҡ баҫҡан йәш йондоҙҙарҙың сығышын йыр-моңға сарсаған тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.

Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы тар-мар иткән Еңеү көнө илдең төп байрамы һанала. Был көндө беҙ тиңһеҙ яуҙа башын һалған һалдаттарҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

Тыуған еребеҙгә азатлыҡ яулаусылар хаҡында йылы хәтирәләр һәр ғаиләлә һаҡлана. Сараны ойоштороусылар йәш быуынға Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһармандарса алышҡан, илһөйәр ата-бабаларыбыҙ хаҡында йылы хәтирәләрҙе тергеҙеү маҡсатын ҡуя.

Фото №1 - Еңеү байрамына арналған концертта Башҡортостандың өмөтлө йәштәре сығыш яһаны

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ