Владимир Путин Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путиндан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотлау телеграммаһы алды.

«Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайым. Тотош Рәсәй билдәләгән изге байрам һәр ҡайһыбыҙ өсөн ҡәҙерле. Ата-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәрлеге беҙҙең өсөн һәр саҡ илһамландырғыс өлгө буласаҡ.

Улар дошман юлына ҡаршы сыҡты, бөтә һынауҙарҙы намыҫ менән үтте, Ватаныбыҙҙың азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалды. Һәм еңде! Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ теләп иң изге теләктәремде еткерәм», – тиелә Рәсәй Президенты ҡотлауында.

Шулай уҡ ҡотлау телеграммалары Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да килгән.

Фото №1 - Владимир Путин Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ