Бөгөн илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын билдәләй. Өфөлә байрам саралары «Еңеү паркы»ндағы мемориалға сәскә һалыуҙан башланды.
Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, Республика Хөкүмәте ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы билдәһеҙ һалдат ҡәберенә венок һалды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республиканан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән, уларҙың яртыһы тиерлек яу яланында ятып ҡалған. Еңеү паркының «Мәңгелек ут» эргәһендәге майҙанда Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Еребеҙҙе һаҡлауға әҙерлеген белдереп Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Осоусылар әҙерләүсе мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре, кадеттар тантаналы марш менән үтте.
Республика етәкселеге Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Кусимов һәйкәлдәренә һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә, тыл хеҙмәтсәндәре иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскә һалды.
Рәмилә Исмәғилева







