Байрам саралары Башҡортостанда ҙурлығы буйынса икенсе урында тороусы Стәрлетамаҡта уҙҙы

Сәнәғәт предприятиелары менән ил кимәлендә танылыу алған ҡала урамдарынан ветерандар, төрлө ғәскәр хәрбиҙәре, совет йылдары һәм хәрби техникалар үтте. Стәрлетамаҡтан БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Илебеҙ өсөн мөһим ваҡиға йылдан-йыл алыҫая бара, ләкин хәтер - мәңгелек. 9 май уңайынан тантаналы саралар Стәрлетамаҡ үҙәгендә генә түгел, «Сода» микрорайонында ла, «Строймаш», «Беренсе май», « Ашҡаҙар аръяғы» һәм «Шах-тау» райондарында ла үтә. Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙына арналаған саралар шәлкеме, ғәҙҙәтәгесә, фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алып, «Еңеү паркы»нда сәскәләр һалыуҙан башланды. 

Әлшәй районынан Муллағәле Шафиков 1939 йылда Армия сафына алына. Утты-һыуҙы кискән һалдат тыуған яғына 45-се йылдың авгусында ғына әйләнеп ҡайта. Тыныс тормошта ул 60 йәшенә тиклем колхоз рәйесе булып эшләй. Атаһын Зәйтүнә Үтәкаева күҙ йәше менән хәтергә ала.

«Үлемһеҙ полк» хәрәкәтенә Исмәғилевтар ғаиләһе лә олаталарының фотоһүрәттәрен тотоп сыҡҡан. Мөхәмәҙиә Исмәғилев 112- се башкорт кавалерия дивизия составында фронтҡа китә һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире әйләнеп ҡайтмай.

Стәрлетамаҡ халҡы иртә менән Ленин проспектына ағылды. Төп саралар бында үтә. Тантаналы йөрөштә төрлө ғәскәр хәрбиҙәре һәм беренсе тапҡыр ҡала урамынан Т-34 танкыһы үтте. Һуғыш йылдарында Стәрлетамаҡ төрлө завод һәм комбинаттарҙы ғына түгел оккупация ерҙәренән эвакуацияланған меңәрләгән кешеләрҙе ҡабул итә. Улар ныҡлы һәм ышаныслы тылға әйләнә. Әлеге көндә Стәрлетамаҡта 17 һуғыш ветераны бар, уларҙы фронт бригадалары ҡотлай.

Стәрлетамаҡтан 15 мең 600-ҙән ашыу кеше фронтҡа алына, уларҙың 6 мең ярымы һәләк булыусылар һәм хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлегендә. 28 һалдат Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Тыныс илдә йәшәү бәхетен бүләк итеүселәр иҫтәлегенә ойошторолған сараны авиашоу һәм тантанлы концерт дауам итә. 9 май байрамы сағыу салют менән тамамланасаҡ.

Фото №1 - Байрам саралары Башҡортостанда ҙурлығы буйынса икенсе урында тороусы Стәрлетамаҡта уҙҙы

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ