Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

 Әбйәлил районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Ҡотлогилде Төхвәтуллин менән Мәхмүт Ишҡоловтарҙың йорт алдында Еңеү парады ойошторолдо. Оло быуын вәкилдәрен район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов  тәбрикләне.

Әбйәлил районы Бөйөк Ватан һуғышына 5 меңдән ашыу яҡташын, шул иҫәптән 170 ҡыҙын оҙатата. Уларҙың яртыһынан ашыуы яу яланында башын һала. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ғәбдрәүеф Дәүләтов, Таһир Күсимов һәм Григорий Васёв Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Әле төбәктә ике генә ветеран ҡалған. Мәхмүт ауылында ҡыҙы менән ғүмер иткән Ҡотлогилде Төхвәтуллин  пулеметсы булып хеҙмәт итә. Иң тәүҙә йәше тулмаған башҡорт егетен бер кем дә һуғышҡа алырға уйламай. Әммә ныҡышмал яҡташыбыҙ барыбер үҙ командирҙарын күндереүгә өлгәшә. Ҡотлогилде Төхвәтуллин Латвия һәм Литвала була, Көнсығыш Пруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү яҙын Берлинға 70 километр ҡалғанда ҡаршылай.

Фото №1 - Бер кем дә,  бер нимә лә онотолмай

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ