«Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусылар фронтта һәм тылда еңеүҙе яҡынайтҡан, бала сағы ҡәһәрле һуғыш йылдарында тура килгән яҡындарының фотоһүрәттәрен күтәреп урамдарға ағылды.
Халыҡҡа хатта, Өфөнөң иң иркен урамдарының береһе Октябрь проспекты ла тар кеүек тойолдо. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса быйл «Үлемһеҙ полк» сафына 170 меңдән пашыу кеше баҫҡан. Улар менән бергә БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин да атланы.
Еңеү көнө илебеҙ халҡы ҡан һәм тир түгеп яулап алған байрам. Шуға ла бөгөнгө сафҡа олоһо ла кесеһе лә баҫҡан. Маҡсат Еңеү батырҙарын, Бөйөк ватан һуғышы ҡорбандарын иҫкә алыу.
Фотоһүрәттәрҙә илебеҙгә азатлыҡ килтергән, фашизмды тар-мар итеүгә үҙ өлөшөн индергән оло быуын вәкилдәре.
«Үлемһеҙ полк»тан фронтта һуғыш ғәрәсәтен күргән, шанлы йылдарҙа тылда бала сағын үткәргән хөрмәтле ветерандар ҙа ситтә ҡалманы. Сафта үткән еңеүселәр нәҫелен улар трубунанан күҙәтеп һоҡланды һәм хәтер йомғаҡтарын да тағатты.
Бөйөк Еңеү һалдаттарының нәҫеле тарихи ысынбарлыҡты боҙоп күрһәтеүгә ҡырҡа ҡаршы булыуын да йәшермәй. Журналист Мөнир Ҡунафин «Үлемһеҙ полк»та олатаһы Сәфиулла Ҡунафин менән бергә атланы.
«Үлемһеҙ полк» сафына Башҡортостан башлығы, уның тормош иптәше, балалары һәм хөкүмәт ағзалары ла ҡушылды. Илебеҙҙә Бөйөк ватан һуғышы ғәрәсәте ҡағылмаған ғаилә юҡ. Шуға ла тигеҙ сафта бөтәһенә лә тигеҙ һәм тиң ҡараш. Еңеүселәр нәҫеле илдең берҙәмлеген сағылдыра.
Коллектив көнбайыш илебеҙгә тиңһеҙ баҫым яһаған мәлдә, әлбиттә, «Үлемһеҙ полк» теләктәшлек сараһы ла. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн Өфөнөң Октябрь проспекты буйлап ҡына 170 меңдән ашыу кеше атлаған.
Еңеүселәр нәҫеле фашизмды ҡыйратҡан һалдаттарҙың тиңһеҙ батырлығы алдында баш эйә. Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Рафиҡ Әхмәтшин







