Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле нигеҙенә хәтер гильзаһы һалынды

Уның эсенә Башҡортостандың бөтә район-ҡалаларынан алынған тупраҡ һалынған. Ул аҙна дауамында «Ер хәтере» республика марафоны сиктәрендә тупланды. Гильзаға һуңғы ус тупраҡ Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған төйәге Ҡырмыҫҡалы районынан һәм легендар генерал ерләнгән Луганск халыҡ Республикаһы Петровское ауылынан килде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова тарихи ваҡиғаның шаһиты булды.

Өфөнөң Совет майҙанындағы халыҡ коллонаны алҡышлап ҡаршы ала. Хәрби формалағы был егеттәр изге ниәт менән тотош Башҡортостанды урап сыҡҡан. Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле нигеҙенә һәр район-ҡаланан хәтер гильзаһына тупраҡ туплар өсөн. Һуңғы ус тупраҡ легендар генералдың тыуған еренән алынған. Был бик боронғо хәрби традиция, изге йола, тине Радйи Хәбиров.

Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән Луганск халыҡ Республикаһы Петровское ауылынан тупраҡты Радий Хәбиров үҙе алып ҡайтҡан. Хәрби каскалағы был ерҙе хәтер гильзаһына бөгөн Бөйөк Ватан һуғыш ветераны Рәис Әбдрәшитов һалды.

Боронғолар ерҙе иң ҡәҙерле кешеһе менән сағыштырып, Ер-әсә тип атаған. Сөнки ер кешене һыйындырыусы, туйындырыусы ғына түгел, һаҡлау көсөнә лә эйә. Республика марафоны ошо хәҡиҡәткә таянып ойошторола ла инде.

Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме биреү, һәйкәленә нигеҙ һалыу. Республикала ҡаһарман яугирҙың исемен мәңгеләштереү дауам итә. Батырҙы тыуған халҡы ла онотмай, ул вариҫтарының йөрәгендә йәшәй, йыр булып яңғырай, шиғри юлдар булып урғыла.

Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле тотош Башҡортостан тупрағы өҫтөндә ҡалҡып сығасаҡ. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙға мәңгелек дан  булып. Совет майҙанындағы комплекс быйыл көҙ асылыр тип көтөлә.

Халыҡта ер хәтере, ер көсө тигән төшөнсә бар. Сөнки тупраҡ тарих та һаҡлай, кешегә ҡеүәт тә бирә! Шуға күрә һәйкәл нигеҙенә Башҡортрстандың төрлө төбәктәренән тупланған хәтер гильзаһы һалыныуы осраҡлы түгел. Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлә һәм колонадала бар Республика халҡының ҡаһарманлығын сағылдыра.

Фото №1 - Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле нигеҙенә хәтер гильзаһы һалынды

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ