Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙын лайыҡлы билдәләне

Республика район-ҡалаларында тантаналы митингтар үтте, һуғыш һәм тыл ветерандарына ҡотлауҙар, рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Байрамға БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин байҡау яһай.

Бер минут тынлыҡ Башҡортостан район-ҡалаларында ла, төпкөл ауылдарҙа ла  иғлан ителде. Күҙ йәштәре аша килгән байрам һуғыш һәм тыл ҡаһармандарын иҫкә алыу менән ҡәҙерле. Быға көндөң Краснокама районындағы кеүек ямғырлы булыуы ла кәртә була алманы.

Байрамдың төп сараларының береһе тап Яңы Аҡтанышбашта үтеүе осраҡлы түгел. Боронғо башҡорт ауылы данлыҡлы шайморатовсыларҙа хеҙмәт иткән иткән яугир яҡташтары менән билдәле. Бөгөн ике ҡаһарман ауылдашың исемен мәктәп һәм мәҙәниәт йорто йөрөтә.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарман командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған юлдар 80 йыл элек яҙылған. Һигеҙ тиҫтә йыл дауамында Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев ижад иткән композиция һәр быуындың йөрәгенә яҙылған. Бөгөн ул шулай уҡ тотош республика район-ҡалаларында яңғыраны. Хәйбуллала яҡташтар Еңеү парадына тамаша ҡылғандан һуң, һалдат бутҡаһын тәмләне.

Ә был иһә республиканың көнбайыш ҡапҡаһы Нефтекама ҡалаһында билдәләнгән Еңеү парадынан бер күренеш. Кавалеристар сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ғафури районындағы мотопарад кеүек.

Еңеү парадында Ғафури районының бар ауыл советы биләмәһе хәрби техника парадында ҡатнашты. Ул башҡа йылдарҙан исемле булыуы менән айырыла. Тәүге биш машина төбәктең Советтар Союзы геройҙарына арналһа, уның артынса килгән тағы өсәүһе бөгөн иҫән булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә ойошторолған. Байрамға килә алманы, Еңеү парады үҙе фронтовик йәшәгән йорттарға барҙы.

Хәрби техника парады Саҡмағош районы халҡын да таң ҡалдырҙы. Тантананы ретро-автомобилдәр маршы асты. Газ 67, Волга, 1974 йылғы Победа, Иж мотоциклы кеүек 12 машина район үҙәге урамдары буйлап үтте.

Ә Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһында яңы сквер асылды. Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙын Темәс ауылы халҡы данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арнаны. Мәғлүм булыуынса, төбәктән башҡорт атлыларында ҡатнашҡан 500-ҙән ашыу яугирҙың 8-е Темәстән.

Теүәл 10 йыл элек Томск ирекмәндәре тарафынан нигеҙ һалынған, унан республикала тәүгеләрҙән булып Белореттар күтәреп алған ««Үлемһеҙ полк»« акцияһы бөгөн дә киң билдәләнде. Хатта ул төпкөл ауылдарҙа ла ололап ойошторолдо. Сөнки Бөйөк Еңеү хәтере мәңгелек!

Фото №1 - Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙын лайыҡлы билдәләне

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ