Өфөлә ике тапҡыр Советтар союзы геройы Муса Гәрәевҡа арналған планшет-күргәҙмә асылды

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 250-нән ашыу хәрби осош яһап, дошман илбаҫарҙарын ҡыйратҡан легендар шәхестең тыуыуына быйыл 100 йыл.

Муса Гәрәев тәүге батырлыҡтарын яһағанда 23 йәш тә тулмаған була. Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлап, 1942 йылда фронтҡа оҙатылған егет беренсе көндән үк ҡыйыулығы менән таң ҡалдыра. ИЛ самолеты менән оҫта идара иткән летчик ике йылдан гвардия командиры итеп тәғәйенләнә. Музейҙа геройҙың шәхси әйберҙәре, документтары һәм башҡа ҡиммәтле экспонаттары, фотоаппараттары һаҡлана.

Герой фронттан ҡайтҡас та лайыҡлы тормош юлы үтә: «Досааф»ты етәкләй, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша.

Милли музейҙа Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары сығыш яһаны. Шиғырҙар уҡылды, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.

Фото №1 - Өфөлә ике тапҡыр Советтар союзы геройы Муса Гәрәевҡа арналған планшет-күргәҙмә асылды

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ