Өфөлә Бөйөк Еңеү көнө юғары кимәлдә билдәләнде

Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары Еңеү парады, «Үлемһеҙ полк», Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәлдә «Ер хәтере» марафонында ҡатнашҡандан һуң артабан парктарҙа, ҙур сәхнәләрҙә байрам сараларына тамаша ҡылды. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

«Тулҡын» ял паркында ойошторолған байрамға һуғыш һәм тыл ветерандары, хеҙмәт алдынғылары саҡырылды. Бөйөк Еңеү байрамына арналған концертты тамаша ҡылыусылар араһында иң өлкәне – Ғәли Әхиәр улы Сәлихов. 95 йәшлек һуғыш ветераны байрамға балалары оҙатыуында килгән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһармандарса алышҡан атай-олатайҙары хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлаусылар өсөн Еңеү көнө иң яратҡан байрам һанала.

Еңеү көнө һәр быуын вәкиле өсөн иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн күләмле мәҙәни саралар ойошторолған. Мәктәп уҡыусылары оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Һынлы сәнғәткә тартылыусылар Бөйөк Ватан һуғышы тематикаһына ижад ителгән һүрәттәрҙе ҡараны. Ә интеллектуаль уйындар менән мауығыусылар шахмат таҡтаһында ярышты. Еңеүҙе яҡынайтыусы ата-бабаларҙың ейәндәре арҡан тартыш, көрәш кеүек спорт уйындарында ла һынатманы.

Ейәнсәрҙәрен бағыусы өләсәйҙәр, уландарын бала саҡтан хәрби рухта тәрбиәләүсе атайҙар ҙа бөгөнгө байрамдан онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алған.

«Тулҡын» паркында Еңеү көнөн лайыҡлы һәм онотолмаҫлыҡ  итеп үткәреү  өсөн халыҡҡа бөтә шарттар тыуҙырылған. Олоһо-кесеһе көтөп алған байрам сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн Ленин районы хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре ҙур тырышлыҡ һалған.

Илебеҙҙең төп байрамын – Еңеү көнөн «Тулҡын» паркында ҡаршылаусылар хәрби-патриотик йырҙарға ҡушылып йырланы, дәртле бейеүҙәргә ихлас күңелдән ҡул сапты. Сарала ҡатнашҡан һәр кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарман олатайҙары үткән хәрби юлды, ҡаһарманлығын хәтер һандығынан үткәрҙе.

Баш ҡалала рәсми саралар тамамланыуға, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә байрам концерты күрһәтелде. Концертты бер һумға билет һатып алып ҡарарға мөмкин ине. Билдәле сәхнә йондоҙҙарҙы тамашасы менән шығрым тулы залда бөтәһенең дә күңеленә яҡын «Катюша», «,Зәңгәр яулыҡ»,»Ҡуңырҡай молдованка « йырҙарын башҡарҙы.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы байрам концерты «Еңеү көнө» йыры менән тамаланды. Билдәле опера йырсылары, балалар һәм өлкәндәр хоры башҡарыуында илебеҙҙең рухи гимнына әүерелгән был йырҙы халыҡ аяғүрә баҫып ҡушылып йырлап, көслө алҡыштарға күмде.

Фото №1 - Өфөлә Бөйөк Еңеү көнө юғары кимәлдә билдәләнде

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ