Еңеү көнөнә арналған саралар Өфөлә байрам концерты менән тамамланды

Асыҡ һауалағы байрамда Башҡортостан эстрадаһы артистары һәм ижади коллективтары, шулай уҡ бар илгә билдәле «Отпетые мошенники» төркөмө, Макsим һәм Николай Басков сығыш яһаны. Байрам аҙағында РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко бөтәһе лә яратҡан «Еңеү көнө» йырын башҡарҙы.

Республика башлығы Радий Хәбиров билдәле йырсылар  Николай Басков менән Лев Лещенкоға Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәр тапшырҙы

«Торатау» конгресс-холы амфитеатры майҙанындағы концертта ветерандар, локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, республика халҡы һәм ҡунаҡтары саҡырылды.  Бөйөк Еңеүгә арналған байрам сағыу фейерверк менән тамамланды.

Фото №1 - Еңеү көнөнә арналған саралар Өфөлә байрам концерты менән тамамланды

Илдар Байбулатов

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ