Туристар һүндермәй ҡалдырған усаҡтың ҙур янғынға сәбәпсе булыу ихтимал. Тап Бәләкәй Ямантау битләүендәге кеүек. Беренсе майҙан республикала янғынға ҡаршы айырым саралар күрелһә лә, урман-ҡырҙарҙа ут сығыу осраҡтары күҙәтелә. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Бәләкәй Ямантау битләүендә, бер ниндәй ҙә техника үтеп инә алмай торған ерҙә янғын. Ваҡиға шаһиттары объективына эләккән кадрҙарҙа, ут башлыса ҡороған ҡоро үләнгә һәм кипкән ылыҫтарға тоҡанып, тирә-яҡҡа таралған. Ут 7 гектарҙан ашыу майҙанға таралып өлгөргән. Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы янғынды һүндереүгә 30 кеше йәлеп ителгән. Төш ауғансы уттың таралыуы туҡтатылған.
Ә был кадрҙарҙа янғын һүндереү буйынса махсус күнекмәләр. Күнекмәләр барышында һауаған К-32 вертолеты күтәрелә. Күнекмәләр Тирлән ауылы янында янғын сыҡҡан урында үткәрелә.
Ҡотҡарыусы һауа судноһын йөрөтөүселәргә кинәт сыҡҡан янғынды һүндереүҙә ҡатнашырға тура килә.
Усаҡ яғыу тыйылған,сүп-сарҙы яндырыу ҙа рөхсәт ителмәй. Республикала янғынға ҡаршы айырым режим ҡабул ителде. Өфөнөң күҙәтеү хеҙмәттәре Өфөнөң «Аҡ ҡауҙы» баҡсасылар ширҡәтендә янғынға ҡаршы рейд ойошторҙо.
Фәнис Фәйзуллин ҡыҙыл әтәс менән көрәшеүселәрҙең һәр иҫкәрмәһенә айырым иғтибар бүлә. Һәүәҫкәр баҡсасы үҙенең һәм ғаилә ағзаларының хәүефһеҙлеген беренсе планға ҡуя. Бәлә-ҡазаға ишек асҡансы, уны алдан иҫкәртеү яҡшыраҡ, ти, йорт хужаһы. Ошо йортто һатып алыу менән электр линяларын тулыһынса яңыртҡан, мунса иҙәненә ут төшмәһен өсөн махсус плитә түшәгән, усаҡты яҡҡанда даими ҡарап тора..
Яҙ миҙгеленд хапыҡ күпләп баҡса биләмәләрен, йорт-ихата алдын таҙарта. Был өмәләр кеше ғүмеренә янғын сығып хәүефле тамамланмаһын өсөн, дөйөм ҡулланылыштағы биләмәләрҙә усаҡ тоҡандырыу, сүп-сар яндырыу ҡәтғи тыйыла.
Гүзәл Борханова




