Өфөнөң «Именлек» ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында хәрби-патриотик йырҙар яңғыраны

«Ант» төркөмө, баш ҡала мәҙәниәт һарайы артистары һәм ойошманың үҙешмәкәр коллективтары сағыу тамаша менән сығыш яһаны. Геронтологик үҙәктә оло йәштәге 252 кеше тәрбиәгә алынған, уларҙың һигеҙе – Бөйөк Ватан һуғышының тыл ветерандары.

Бөгөн сарала уларға ил Президенты Владимир Путиндан Еңеү байрамы менән ҡотлау хаттары тапшырылды. Урындағы тел ветерандары ойошмаһын РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы Абдрахман Абдуллин етәкләй.

Бөгөн ветеран әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, уға 12 йәш тә тулмаған була. Һуғыш балаһы бәләкәйҙән колхоз эшенә егелеп, һуғыш яланындағы яугирҙарҙы аҙыҡ-түлек тауарҙары менән тәьмин итеүҙә ҡатнаша.

Фото №1 - Өфөнөң «Именлек» ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында хәрби-патриотик йырҙар яңғыраны

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ