«Айгүзәл» башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең ойошторолоуына 20 йыл

Федоровка районы Бала Сытырман ауылы мәҙәниәт йортонда «Айгүзәл» башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең 20 йыллыҡ юбилейына арналған байрам сараһы ойошторолдо.

Ансамбль ағзалары тамашасыларға күп йыллыҡ репертуарҙа тупланған йыр-моң, халыҡ йолаларына ҡоролған сығыштарын тәҡдим итте. Яңы Яуыш ауылы мәктәбе директоры Ишморат Маликов етәкселек иткән ижади коллектив район һәм республика кимәлендә үткән төрлө конкурс-фестивалдәрҙә уңыш ҡаҙана.

Халҡыбыҙҙың бай йөкмәткеле боронғо йолаларын тергеҙеп уларға яңы һулыш бирә. Ямғыр теләү, йортҡа нигеҙ ҡороу, бәпескә кейем  тегеү – ансамбль репертуарындағы һәр сығышҡа тәрән мәғәнә һалынған. Байрам көндө «Айгүзәл» таланттарына район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ғәҙәттәгесә, тоғро тамашасылар артистарҙы алҡыштарға күмде.

Фото №1 - «Айгүзәл» башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең ойошторолоуына 20 йыл

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ