Коллектив йылды төрөк яҙыусыһы Назым Хикмәттең «Онотолған әҙәм» драмаһы менән йомғаҡланы. Сәхнә әҫәренең күптән түгел премьераһы ла үткәйне. Стәрлеләр ижад миҙгелен йыл һайын бай һәм йөкмәткеле итеп ойоштора.
Бер премьера ла тамашасыны битараф ҡалдырмай, һәр береһе репертуарҙа лайыҡлы урын ала. Әлеге әҫәр Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов тарафынан сәхнәләштерелгән.
Коллектив яңы миҙгелгә әле үк ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Драма театры артистары бер юлы ике сәхнә әҫәре өҫтөндә эш башлаған.
Азат Ғәлиуллин




