«Беренсе канал»дан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 100 мең тамашасыға ғына ҡалышып икенсе урынды биләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби парадтан һуң, төп байрам саралары Өфөнөң ике майҙанында дауам итте. «Торатау» Конгресс-холлы эргәһендәге амфитеатрҙағы байрам концертында башҡорт эстрадаһы артистарынан тыш, Максим, «Отпетые мошенники» поп-төркөмө һәм Николай Басков менән Лев Лещенко сығыш яһаны.
Ҡала Советы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфө амфитеатрындағы концертҡа 52 мең ярым кеше тамаша ҡылған.
Азат Ғәлиуллин




