Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде.
Хәбәр итеүебеҙсә, 9 майҙа Бәләкәй Ямантау итәгендә, Айғырҙан 6 километр алыҫлыҡта урман янғыны сыға. Ут 15 гектар майҙанды ялмай. Уны һүндереү ҡатмарлы шарттарҙа бара, урманлы-таулы биләмәгә техника үтә алмай. Шуға күрә янғын һүндереүгә ҡотҡарыусылар ҙа йәлеп ителә.
Иң мөһиме: эргәләге ауылдарға хәүеф янамай, уттың юлын Бәләкәй Инйәр йылғаһы быуа. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, әле урман янғыны тулыһынса һүндерелгән. Радий Хәбиров хәлде ныҡлы контролдә тоторға ҡушты.
Рәмзиә Кәримова





