Башҡортостандан Луганск халыҡ республикаһына етенсе гуманитар ярҙам оҙатылды

Башҡортостандан Луганск халыҡ республикаһында йәшәүселәргә гуманитар ярҙам  менән дөйөм ауырлығы 168 тонна булған етенсе эшелон оҙатылды. Төҙөлөш материалдары, медицина ҡорамалдары, дарыу кәрәк-яраҡтары, хужалыҡ һәм канцелярия тауарҙары, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек ебәрелде.

Йөк машиналарында урам-ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн ҡорамалдар, етмеш тонна һыуыҡ асфальт та бар. Колонна составында 41 берәмек техника һәм 133 кеше. Улар – табиптар, шәфҡәт туташтары һәм фельдшерҙар. Эшелон менән бергә юлланған ҡырҡ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре медицина ярҙамы күрһәтәсәк.

Фото №1 - Башҡортостандан Луганск халыҡ республикаһына етенсе гуманитар ярҙам оҙатылды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ