Әлшәй районының Иҫке Васильевка ауылында йәшәүселәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтары иҫтәлегенә стела асты.
Иҫтәлекле мемориал булдырыу ниәтен ошо ауылдан сыҡҡан эшҡыуар тәҡдим итә. Уның башланғысын башҡалар ҙа күтәреп ала. Кемдер аҡсалата, ә ҡайһы берәүҙәр материал, техника һәм ҡул көсө менән дә ярҙам итә.
Иҫке Васильевка ауылы халҡы быға тиклем дә берҙәм көс менән һуғышта ҡатнашҡан яҡташтарына стела булдырған. Фронтовиктар исемдәре барланған мемориал тау түбәһенә ҡуйылған. Шул ваҡыттан алып ташҡа баҫтырасаҡ исемдәр ҙә артҡан. Хәҙер хәтер таҡтатаһы ауыл уртаһында торорға тейеш, тип һанай халыҡ.
Иҫке Васильевакала әлегә бер генә ветеран да ҡалмаған. Һуңғы фронтовик яҡты донъя менән былтыр ғына хушлашҡан. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ветерандарҙың исемдәре онотолорға тейеш түгел. Стеланы урынлаштырыусылар һуғышта булғандарҙы барлау буйынса ла ҙур эш башҡарған. Ҡыҙғаныс, әммә ҡайһы бер яугирҙарҙың исем-шәрифтәрен тулыһынса асыҡлау мөмкин булмаған.
Айнур Кәбиров







