Урындағы халыҡ дөйөм көс менән биләмәлә суррогат эсемлектәр менән һатыу нөктәләрен яптырған. Хәҙер магазинда ла спиртлы продукция һатылмай. Ауылда сәләмәт йәшәү рәүеше пропагандаһы алып барыла. Бәйге сиктәрендә мәҙәниәт йортонда «Уйна, гармун!» тип исемләнгән байрам ойошторолдо.
Сәхнәгә күрше район-ҡалаларҙан да гармунсылар сыҡты. Ябалаҡлыла тыуып-үҫеп, бөгөн Өфөлә йәшәүсе Рауил Дәүләтшин да яҡташтарын музыка ҡоралында оҫта уйнап ҡыуандырҙы.
Ябалаҡлы ауылында йәшәүселәр «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңгән осраҡта, аҡсалата дәртләндереү сараһына Ҡәнзәфәр бей һәйкәле урынлашҡан Үҙәк майҙанды төҙөкләндерергә ниәтләй. Шулай уҡ Хәтер баҡсаһын ойоштороу планлаштырылған.
Гөлназ Хәйбуллина







