Ул дөйөм майҙандың 38 процентын тәшкил итә. Сәсеү кампанияһы республиканың барлыҡ райондарында ла бара. Тәтешле, Ҡалтасы, Асҡын һәм Яңауыл хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәрен башларға ғына торһа, 10 районда ул тамамланыу алдында.
Ғәҙәттәгесә, быйыл да өҫтөнлөк иген менән борсаҡҡа бирелә. Икенсе һәм өсөнсө урында – майлы культуралар, шәкәр сөгөлдөрө килә. Йылайыр районындағы эш барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Эште яратһаң, хатта ҡоролоҡ та ҡурҡытмай. Хеҙмәт юлын Ғәзиз Иҫәндәүләтов тәүҙә атаһының фермаһында башлай. 4 йыл элек үҙ хужалығын асып, 3 мең ярым гектар баҫыуҙа төрлө культуралар үҫтерә.
Баҫыуҙа алыштырғыһыҙ кеше – механизатор Йосоп Исхаҡ улы ауыл хужалығы техникаһының төҙөклөгө өсөн яуаплы. Игенселәр династияһын дауам итеп, 1992 йылдан алып бер сәсеү компанияһын да ҡалдырмай. Уның атаһы – комбайнер Исхаҡ Иҫәндәүләтов Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин менән дә ярышҡан.
Баҫыуҙа 4 сәсеү комплексы эшләй, уларҙың береһе менән К-744 тракторы быйыл ғына һатып алынған. Сәсеү кампанияһын өҙөклөкһөҙ уҙғарыу өсөн крәҫтиән-фермер хужалығы алһыҙ-ялһыҙ, хатта төнгө сменала эшләй. Улар алдында – сәсеү эшен тиҙерәк тамамлау бурысы тора.
Бойҙай сортын һайлағанда уның уңыш биреүенә, сифатына ғына түгел, ә айырым райондарҙа уларҙың нисек үҫеп китә алыуына ла иғтибар бирелә. Шулай уҡ ҡоротҡос һәм ауырыуҙарға тотороҡлоғо ла тикшерелә.
Бойҙайҙан тыш, баҫыуҙарҙың бер өлөшөнә һоло, арпа, борсаҡ һәм етен сәселгән. Былтыр гәрсис тә үҫтереп ҡараныҡ, ләкин быйыл уға һорау юҡ, ти крәҫтиән -фермер хужалығы етәксеһе. Әлегә ерҙә дым етерлек, ләкин көндәр эҫе көндәр эҫетһә, һыу тиҙ арала парға әйләнеп бөтөүе ихтимал. Ошо шарттарҙа мул уңыш алыу өсөн иң мөһиме: эште еренә еткереп башҡарып сығыу, ти игенселәр.
Әлфинә Килдейәрова




