Бөгөн республикала «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» старт алды

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуйған акция Республика кардиология үҙәге менән Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған. Уның сиктәрендә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн 3 көнлөк программа әҙерләнгән.

Ул «Табип менән саф һауала йөрөү», һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре һәм пациенттар араһында спорт саралары үткәреү, дарыухана һәм сауҙа селтәрҙәрендә ҡан баҫымын үлсәү кеүек сараларҙы үҙ эсенә ала. Акция «Родина» кинотеатрында кескәйҙәр өсөн «Сәләмәтлек дәресенән» башланды. Уйын формаһында балаларға сәләмәт тормош нигеҙҙәре өйрәтелде. Һуңынан байрамда ҡатнашыусыларға йәнһүрәт тәҡдим ителде.

Пациенттар, табиптар футбол майҙанында ла көс һынашты. Тәүгеләре араһында йөрәк, бөйөр, бауыр күсереп ултыртылғандар ҙа бар. Турнир «Динамо» стадионында Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Республика кардиология үҙәгенең ҡатнаш командалары араһында уҙҙы.

Фото №1 - Бөгөн республикала «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» старт алды

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ