Наполеон агрессияһына ҡаршы азатлыҡ һуғышы 24 июндә башлана. Наполеон Бонапарт донъя менән хакимлыҡ итергә тырыша. Башҡортостан Милли архивы бүлек етәксеһе Зөлфәр Ғәтиәтуллин белдереүенсә, һуғышта 20-нән ашыу башҡорт полкы ҡатнаша. Быны архив документтары ла раҫлай. Фронтҡа ирҙәре менән бергә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла барғанды иҫбат итә алмайбыҙ, дәлилләгән яҙмалар юҡ, ти ул. Башҡорттар ҡыйыу алыша. Күп һалдаттар Рәсәй империяһы наградалары менән бүләкләнә. Ордендар бөгөн дә ғаиләләрҙә һаҡлана.
Орден менән бүләкләнгән кешеләр дворян дәрәжәһе алыуға дәғүә итә алған. Зөлфәр Ғәтиәтуллин дауам итә.
Зөлфәр Ғәтиәтуллин менән булған әңгәмәнең тулы вариантын беҙҙең рәсми сайтта тыңларға була. Яҙма “Асыҡ студия” бүлегенә урынлаштырылған.







