Бында “Авангард” уҡыу-методик үҙәге урынлашҡан. Ул йыл әйләнәһе 38 сменала уҡыусыларҙы ҡабул итә. Хәрби-патриотик йүнәлештә уҡытыу 1 июндән башлана. Йыл дауамында 8 мең бала башланғыс хәрби әҙерлек үтәсәк. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.







