Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 25 апрелдән 11 майға тиклем республикала 140 авария булған, 172 кеше йәрәхәтләнгән, 16 кеше һәләк булған. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдерҙе.
Йыл башынан 983 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был былтырғы менән сағыштырғанда 57-гә кәм.







