Республикала сәнәғәт үҫешеүе теркәлгән

    Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы 2022 йылдың беренсе кварталында 110,1 процент булған. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров  белдерҙе. Иҡтисад Көнбайыш илдәре санкциялары баҫымы шарттарында эшләүен иҫәпкә алғанда, был юғары күрһәткес, тине Республика Башлығы.

Республикала сәнәғәт үҫешеүе теркәлгән

Ауыл хужалығында етештереү индексы өс ай һөҙөмтәһе буйынса 99,1  процент булған. Радий Хәбиров был тармаҡта ла эштәрҙең яҡшы барыуын билдәләне һәм аграрийҙар күрһәткестәрҙе арттырыр тигән ышаныс белдерҙе.

Фото №1 - Республикала  сәнәғәт  үҫешеүе  теркәлгән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ