Үлемһеҙлек бейеклеге. Луганск республикаһында урынлашҡан Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған мемориаль комплекс булдырылды. Бөгөн унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының бюсы урынлаштырылды. Халыҡ батыры командир папахаһында һынландырылған. Миңлеғәли Минһаж улы 1943 йылдың 23 февралендә Петровское ҡалаһы һәм Штеровка ауылдары араһындағы ҡалҡыулыҡта һәләк була. “Батыр ил азатлығы өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Шайморатов Башҡортостан һәм Луганск халҡы өсөн уртаҡ герой. Ул беҙҙе берләштереп тора”, - ти Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
Петровск ҡалаһындағы 22-се мәктәп Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөтә. Былтыр унда Рәсәй Геройына һәйкәл асылды. Бөгөн Луганскийҙа Республика көнө.








