Өфөлә Донбасстан мәжбүри күсенеүселәр өсөн йәшәү шарттары тыуҙырыла

Яңы тормош. Өфөлә Донбасстан мәжбүри күсенеүселәр өсөн йәшәү шарттары тыуҙырыла. «Связист» шифаханаһына урынлаштырылған граждандарҙы эш менән тәьмин итеү өсөн хеҙмәт йәрминкәһе асылды. Биләмәлә мәктәп уҡыусылары өсөн дәрестәр үткәрелә башланы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Мариуполь ҡалаһынан Башҡортостанға мәжбүри күсенеп килгән Татьяна Корягина, ике улы менән яңы тормош юлында. Ул яҡташтары менән «Связист» шифаханаһында йәшәй башлаған. Бында улар өсөн йылы бүлмәләр, тулы туҡланыу һәм башҡа уңайлыҡтар ҡаралған.

Беҙҙе Башҡортостанда бик яҡшы, йылы мөнәсәбәт менән ҡаршы алдылар. Туған яҡҡа ҡайтырға иҫәп юҡ, сөнки унда йәшәү ауыр. Рәсәй гражданствоһы алып, яңы тормош башларға теләйбеҙ.

Татьяна Корягина, Украинанан мәжбүри күсенеп килеүсе

Дәрестәрен ҡалдырырға мәжбүр балалар өсөн шифаханала уҡытыу ойошторолдо. Әлегә улар быға тиклем үҙләштерелгән программаны ҡабатлап, онотолған мәғлүмәттәрҙе иҫкә төшөрә. Сентябрҙән уҡытыуҙы тулы программа буйынса ойоштороу ҡарала. 

Башҡортостанда мәжбүри күсенеп килгән граждандар өсөн тәүгә хеҙмәт йәрминкәһе эшләй башланы. Өфөнөң 8 ҙур предприятиеһы төрлө йүнәлештәге хеҙмәткәрҙәр кәрәклеген билдәләп, күсенеп килеүселәр менән әңгәмә алып барҙы.

Хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәрҙгә ихтыяж һәр ваҡыттағыса юғары. Ашнаҡсы, водитель, төҙөүсе, завод операторҙары, слесарь, инженерҙар өсөн вакансиялар етәрлек. Мәжбүри күсенеп килеүселәрҙе рәсми хеҙмәт урынына теркәү миграция үҙәге аша үткәрелә.

Фото №1 - Өфөлә Донбасстан мәжбүри күсенеүселәр өсөн йәшәү шарттары тыуҙырыла

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ