Йылайыр районы үҙәгендә тынлы музыка ҡоралдары асыҡ төбәк смотр-конкурсы үтте. Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған фестивалдә республиканың төрлө район коллективтары ҡатнашты.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Гимны, Давид Тухмановтың «Еңеү көнө», Матвей Блантерҙың «Ҡала баҡсаһында», Василий Агапкиндың «Славянканың хушлашыуы» . Бөйөк Еңеү көнө алдынан Йылайыр ауылында тиҫтәгә яҡын тынлы оркестр башҡарыуында марш музыкаһы өлгөләре яңғыраны. Улар менән ватан тарихының мөһим биттәре бәйләнгән.
“Бергәләп уйнайбыҙ” исеме аҫтында үткән асыҡ төбәк смотр-конкурсы 2011 йылдан алып даими уҙғарыла. Быға тиклем оркестр сығыштары Мәләүез, Кумертау һәм Мораҡ тамашасыларын хайран ҡалдыра. Йылайыр ерлегендә иһә 120 музыкант башҡарыуында рәсәй композиторҙары әҫәрҙәре яңғыраны.
Тынлы оркестрҙар байрамы Йылайыр районында үтеүе осраҡлы түгел. Быйыл Йылайыр халыҡ тынлы оркестрының ойошторолоуона 100 йыл тула. Әле оркестр менән талантлы уҡытыусы, композитор Алексей Пряхин етәкселек итә. Әйткәндәй, сарала ҡала-райондарҙың йыйылма оркестры менән дә ул дирижерлыҡ итте.
Хәрби туғанлыҡ ойошмаһы егеттәренең һәм йәш армеецтарҙың хәрби парады, Еңеү вальсы. 9 май алдынан уҙғарылған был сара тамашасыларҙа яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. Таныш көйҙәр һәр кемдең күңеленә үтеп инде.
Тынлы оркестрҙар смотр -конкурсы – Бөйөк Ватан һуғышында тыныслыҡ өсөн яуҙа һәләк булған батырҙарыбыҙға, әлеге ваҡытта Украинала барған махсус операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәргә дан һәм хөрмәт билгеһе лә.
Әлфиә Хәмитова




