Сибайҙа билдәле режиссер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәтхелислам Ғәләүетдиновҡа мемориаль таҡтаташ асылды.
Фәтхелислам Ғәләүетдиновтың театрҙағы эшмәкәрлеген ике оло этапҡа бүлергә мөмкин. Тәүгеһе – ул 1950 йылда Баймаҡ колхоз-совхоз театрына 7 йыл һалдат һурпаһын эскәндән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандан һуң орден-миҙалдарын сыңлатып йәш көс булып килеп ингән осоро.
Фәтхелислам Ғәйнислам улы Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эште иң ҙур мәсьәләне хәл итеүҙән, кадрҙар әҙерләүҙән башлай. Икенсе этап – 1968 йылдан. Фәтхелислам Ғәләүетдинов Сибай театрына баш режиссер һәм актер булып эшкә килә. Был осорҙа театр юғары белемле актерҙар менән тулылана, йәш драматургтар барлыҡҡа килә. Сибай театрында музыкаль бүлекте етәкләрлек музыканттар үҫә.
Фәтхелислам Ғәләүетдинов Нуриман районы Иҫке Исай ауылында 1920 йылда тыуған. Дәүләкән педагогия училищеһында, Өфө сәнғәт училищеһында белем ала. Сәхнә оҫтаһының иң емешле йылдары Баймаҡ, Сибай театрҙарында эшләгән сағына тура килә.
Бында ул актер булараҡ халыҡ һөйөүен яулай, билдәле драматургтарҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштерә. Фәтхелислам Ғәләүетдинов үҙенсәлекле ҡарашлы, халыҡсан режиссер булып таныла.
Рәмзиә Кәримова







