Күләмле ярыш Бөтә Рәсәй полиция хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһының төбәк бүлексәһе һәм бильярд спорты федерацияһы тарафынан ойошторола. Йылына кәмендә өс тапҡыр уҙғарыла. Сара сиктәрендә муниципалитеттар, көс структуралары етәкселәре өсөн айырым вип-турнир ҙа булды.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров беренселекте алһа, командалар араһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәренә етеүсе булманы.
Гөлназ Хәйбуллина




