Республикала электрон ҡултамға алыу пункттары булдырыла

Электрон имза. Республикала электрон ҡултамғаларҙы 14 пунктта алырға мөмкин.

Квалификациялы электрон ҡултамғалар менән ҡулланыуҙа үҙгәрештәр 2022 йыл башынан ғәмәлдә. Был үҙгәрештәр юридик шәхестәргә, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе граждандарға һәм электрон ҡултамғалар ҡулланыуҙы көйләүсе нотариустарға ҡағыла.

Башҡортостанда квалификациялы электрон ҡултамғаларҙы сығарыу вәкәләттәре  һалым хеҙмәтенә йөкмәтелгән. Дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыусылар, дәүләт органдарына мөрәжәғәт итеүселәр һәм электрон отчеттар тапшырыусылар өсөн квалификациялы электрон ҡултамғалар мотлаҡ.

Эшҡыуарҙарҙың бизнесы уғрылар ҡорбаны булмаһын, фиктив файҙаланыусылар ҡулына эләкмәһен өсөн айырым һаҡлыҡ саралары күрергә: электрон ҡултамғаны сит кешегә тапшырмаҫҡа, ышаныслы паролде айырым сер итеп тоторға, логин һәм паролдәрҙе йыш алмаштырып торорға кәрәк.

Май башынан Башҡортостандың һалым хеҙмәттәре тарафынан 30 меңгә яҡын электрон ҡултамға тапшырылған. Квалификациялы электрон имзаның мөҙҙәте сыҡҡан осраҡта паспорт, СНИЛС, ғариза тапшырып, идентификация үтергә кәрәк.

Фото №1 - Республикала электрон ҡултамға алыу пункттары булдырыла

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ