Ошо исем аҫтында бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә түңәрәк өҫтәл уҙҙы. «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй ойошмаһы Президенты Александр Калинин менән кәңәшмәлә Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеш юлдары ҡаралды.
Рәсәй баҙарынан киткән сит ил компаниялары урынын тап кесе һәм урта эшҡыуарҙар яулай ала. Был йәһәттә дәүләттән ярҙам булырға тейеш, тиелде йыйылышта. Республикала 130 эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Был алдағы йылдағылар менән сағыштырғанда 3,9 процентҡа күберәк. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һаны буйынса төбәк илдә ун беренсе, ә Волга буйы федераль округында өсөнсө баҫҡыста.
Өс көн дауам иткән «Рәсәй терәге» ойошмаһы форумында уҙған дүрт йылға отчет яһау ҡаралған. Яңы рәйес һайланасаҡ һәм алдағы йылдарға бурыстар билдәләнәсәк. Рәсәй Терәге башҡортостан бүлексәһендә 1200 эшҡыуар теркәлгән, был йәһәттә ул лидерҙар иҫәбендә.
Рәмилә Исмәғилева




