Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов вазифаһын ҡалдырҙы

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов килешеү мөҙҙәте тамамланыу сәбәпле, вәкәләтен бушатты.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн Стәрлетамаҡ районы советы ултырышында ҡатнашты. Совет депутаттары район хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡовты вазифаһынан бушатыуға тауыш бирҙе.Әнүәр Абдрафиҡов районды өс йыл дауамында етәкләне. Радий Хәбиров Әнүәр Рауил улына район етәксеһе вазифаһын уңышлы үтәүе өсөн рәхмәт белдерҙе һәм "Хеҙмәт ҡаһарманлығы" миҙалы менән бүләкләне.

 Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу бурысы быға тиклем урынбаҫар булып эшләгән Лилиә Шәйхетдиноваға йөкмәтелде. Республика башлығы Стәрлетамаҡ районының аграр һәм иҡтисади өлкәлә үҫеш кисереүен билдәләне.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов вазифаһын ҡалдырҙы

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ