Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш неонатологы Дмитрий Иванов эш сәфәре менән Башҡортостанда

Санкт-Петербург дәүләт педиатрия университеты ректоры район педиатрҙары менән тәжрибә уртаҡлаша.

Рәсәйҙең баш неонатологы эш сәфәре барышында республикала сабыйҙар үлеменең кәмеүен билдәләне. Май дауамында Санкт-Петербург педиатрия университеты белгестәре бала табыу, әсәләргә ярҙам итеү буйынса методик кәңәштәр бирә. Быға тиклем улар Башҡортостанда 2019 йылда булған. Тәжрибә ыңғай һөҙөмтә күрһәткәс, әсә һәм бала һаулығына ҡағылышлы консультацияларҙы телемедицина аша ғына түгел, ә күҙгә-күҙ ҡарашып үткәрергә ҡарар ителә. 

Фекер алышырлыҡ мәсьәләләр күп. Тәү сиратта, алыҫ, йәки таулы райондарҙа урынлашҡан райондарҙан ауырлы ҡатындарҙы баш ҡалаға алып килеү һорауын ҡарайбыҙ. Санитар авиацияны яҡшыртыу юлдарын эҙләйбеҙ.

Дмитрий Иванов, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш неонатологы, Санкт-Петербург педиатрия университеты ректоры

Был юлы белгестәр Өфөләге республика перинаталь үҙәгендә эшләй. Әйткәндәй, һәр 3-сө сабый перинаталь үҙәктә донъяға килә. Дмитрий Иванов баш ҡала һәм республика райондары табиптары менән видеокәңәшмә уҙғарҙы.

Фото №1 - Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш неонатологы Дмитрий Иванов эш сәфәре менән Башҡортостанда

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ