Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 8 йәштән 17 йәшкәсә бала үҫтергән мохтаж ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтелә. Пособие ғаилә килеменә ҡарап тәғәйенләнә. Республика менән идара итеү үҙәге белгесе Ильяс Сәғитов һөйләй.
Балалар пособиеһы өсөн ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә була, шулай уҡКүп функциялы үҙәк йәки пенсия фонды бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бөгөнгә республикала 89 меңдән ашыу ғаилә заявка ҡалдырған. Пособие 11 майҙан таратыла башланы.







