“Бизнес – дәүләт терәге”. Республика менән идара итеү үҙәгендә ошондай атамалы түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм “Рәсәй терәге” бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Калинин ҡатнашты. Ултырышта хәҙерге шарттарҙа бизнесҡа ярҙам саралары буйынса фекер алышыу булды. Александр Калинин әйтеүенсә, республикала инвестицион сәйәсәт яҡшы ҡуйылған.
Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам сараларын күрһәтеү артабан да дауам итә.
Республикала 129 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуар иҫәпләнә. Һәр дүртенсе кеше шәхси бизнес ойошмаһында эшләй. Эшҡыуарлыҡҡа төбәк тулайым продуктының 30 проценты тура килә.




