2018 йылдан алып Рәсәй, төбәк-ара олимпиадалар еңеүселәренә һәм Республика Башлығы премиялары һәм стипендиалары тапшырыла. Үткән йылда бындай бүләккә 442 уҡыусы һәм уларҙы әҙерләгән 283 уҡытыусы лайыҡ булды. Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Вадим Харисов премияға дәғүә итә. Ул быйыл Рәсәй кимәлендә химия олимпиадаһының еңеүсеһе булды. Уның уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты Айнур Ғүмәров.







